+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Март 2020, 11:00

Һәләк булған хәрбиҙәр ғаиләләренә айлыҡ түләүҙәр

Путин Аргун тарлауығында батырҙарса һәләк булған хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә айлыҡ түләүҙәр күләмен билдәләгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 мартынан 2000 йылда Аргун тарлауығында боевиктар менән бәрелештәр ваҡытында батырлыҡ күрһәткән 6-сы парашют-десант ротаһы хәрбиҙәренә, шулай уҡ һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә 65,6 мең һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр билдәләнеүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡты.
«2020 йылдың 1 мартынан 65619,5 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр билдәләнә:
а) 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһы 104-се гвардия парашют-десант полкының 6-сы парашют-десант ротаһында хәрби хеҙмәт үткән һәм Аргун тарлауығында 2000 йылдың 1 мартында контртеррористик операция барышында батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә;
б) әлеге пукттың «а» подпуктында күрһәтелгән һәләк булған (үлгән) хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә», -тиелә Указда.
Түләүҙәр күләме һәләк булған хәрбиҙең һәр ғаилә ағзаһына тигеҙ бүленәсәге билдәләнгән.
Президент Хөкүмәткә 1 ай эсендә Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплар өсөн сығанаҡтар һәм финанслау, шулай уҡ түләүҙәрҙе билдәләү, башҡарыу һәм уларҙы индексациялау тәртибен билдәләргә ҡушҡан.
Читайте нас: