Рәсәй Башлығы әйтеүенсә, Джордж Буш менән уның мөнәсәбәте яҡшы булған, шулай уҡ Американың әлеге башлығы Дональд Трамп менән дә ыңғай мөнәсәбәт булдырған. «Беҙ бер-беребеҙгә исемләп өндәшәбеҙ», - тип билдәләгән Путин.
Әммә беҙҙең ил Башлығы Барак Обама менән мөнәсәбәттәрен көйләй алмаған. Американың 44-се президенты американлыларҙың «айырым, эксклюзив хоҡуҡтары» булыуы тураһында белдерә, Рәсәй Президенты бының менән килешә алмай.
«Хоҙай бөтәһен дә бер төрлө һәм тиң хоҡуҡлы итеп яралтҡан. Шуға күрә, кемдәрҙеңдер нимәгәлер эксклюзив хоҡуҡтары хаҡында һөйләү, миңә ҡалһа, үҙен бөтөнләй аҡламай», - тип белдергән ил Башлығы.