Рәсәйҙе нимә борсой? Проблемалар етерлек, әлбиттә. Ә сәйәси йәһәттән беҙ Сүриәләге хәл-торошҡа борсолабыҙ. Унда беҙҙең хәрбиҙәр ҙә үлә.
Тағы ла яңы проблема: донъя баҙарында "түңкәрелеш" булмаҡсы. Нефть хаҡы арзанайҙы, һум төштө, уға ҡарата доллар менән евро күтәрелде.
Һәм йәнә: коронавирус. Көн һайын Рәсәйҙә әллә нисәмә кеше шуны йоҡтороуы билдәле була бара. Өс көн элек кенә вируслылар һаны 70-кә етмәй ине, хәҙер иһә 90-дан ашты, буғай.
Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзаларын йыйып, бына шул хаҡта һөйләште. Моғайын, бәлә-ҡазанан һаҡлана алырбыҙ. Өҫтәүенә, яҙғы ташҡынға ла күп ҡалманы. Уныһының нисек булырын белмәйбеҙ әле...
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.