«Генераль прокуратуранан был өлкәлә эшмәкәрлеген әүҙемләштереүен, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Росинфомониторинг, Федераль һалым хеҙмәте менән законһыҙ рәүештә алынған, ябайыраҡ итеп әйткәндә, илебеҙҙән, халыҡтан, йәмғиәттән урланған активтар һәм аҡсаларҙы кире ҡайтарыу буйынса тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыуҙарын һорайым», - тине Путин.
Ил Башлығы коррупция менән һәр ваҡыт һәм бөтә йүнәлештәр буйынса ла көрәшергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Әммә бөгөнгө көндә милли проекттарҙы, дәүләт программаларын һәм дәүләт оборона заказдарын үтәүгә бүленгән ресурстарҙы һаҡлауҙы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү мөһим бурыс булып тора.
Элегерәк Владимир Путин Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенә Генпрокуратура, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа структуралар менән берлектә коррупцияға ҡаршы күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушҡайны. Ул шулай уҡ «ҙур ресурстар» тупланған милли проекттарҙың коррупцияһына айырым иғтибар бүлеүҙәрен талап итте.