0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Март 2020, 17:15

Путин, уны батша тип атаусы рәсәйлеләргә яуап бирҙе

Президент әйтеүенсә, батша тик бойороҡтар ғына бирә, ә ил тураһында борсолмай.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡайһы бер рәсәйлеләр уйлауынса, үҙен батша тип һанамай.
Уның әйтеүенсә, батшаларға бойороҡтар биреп ултырыу ғына хас, ә Президент көн дә эшләргә тейеш.
«Был дөрөҫлөккә тап килмәй. Башҡа берәүҙе, бәлки, батша тип атарға ла булыр ине. Мин иһә көн һайын эшләйем, батшалар кеүек хакимлыҡ итеп кенә ултырмайым», - тип белдергән Путин ТАСС хәбәрсеһенең, һеҙҙе батша тип атауҙарына нисек ҡарайһығыҙ, тигән һорауына яуап итеп. Ил Башлығы шулай уҡ илдә барған ваҡиғаларҙы өҫтән генә күҙәтеп, бойороҡтар биреүселәрҙе генә батша тип иҫәпләргә мөмкин, ә монарх «башына таж кейеп, көҙгөгә ҡарап ҡына ултыра», тип белдергән.
Путин президент булғансы власта булыуым 20 йылға һуҙылыр тип уйлап та
ҡараманым, тип өҫтәгән. Уның әйтеүенсә, ул ҡасандыр был посын ҡалдырасаҡ. Әммә әлегә илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уға быны эшләргә бирмәй.
Элегерәк үҙенең бер сығышында юмор оҫтаһы Максим Галкин Ельциндан һуң Рәсәй үҙенә яңы батша һайланы, тип белдергәйне. Галкин быны «ябай рус халҡының батша власына тартылыуы» менән аңлатҡайны, тип белдерә «Царьград» агентлығы.
Фото: Владимир Андреев. URA. RU
Читайте нас: