Владимир Путин менән Си Цзиньпиндың телефондан һөйләшеүенең төп темаһы, әлбиттә, коронавирус тураһында ине. Рәсәй Ҡытайға иң тәүҙә үк, ауырыу башланғанда, ярҙам тәҡдим итте. Әле инфекцияға ҡаршы көрәш бөтә донъяла бара.
Рәсәй етәкселеге Ҡытайҙа был яман вирусты туҡтатыуға ҡаршы алып барылған сараларҙың һөҙөмтәле булыуын белдерә. Тик барыбер таралды. Карантин һуңлап иғлан ителде шикелле.
Ике дәүләт лидеры артабан да бер-береһенә ярҙам итергә, медицина тармағында хеҙмәттәшлекте нығытырға һөйләшеп килеште. Хәйер, беҙҙең башҡа партнерлыҡ өлкәләре лә күп. Вирусты еңһәк, бер нәмәгә ҡарамай, тағы шуларҙы ғәмәлгә ашырырға тотонорбоҙ.
Донъяны хәүефтә тотҡан һәм Ҡытайҙан таралған коронавирусты туҡтатыу өсөн һөҙөмтәле саралар, дарыуҙар табырға ғына кәрәк. Ҡорбандар күпме булыр?
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.