«Рәсәй сәнәғәтендәге хәл, дөйөм алғанда, ҡәнәғәтләнерлек, - тип белдерҙе сәнәғәт һәм иҡтисад министры Денис Мантуров. – Тулайым алғанда, валюта килемдәре лә, һум сығымдары ла яйланған».
«Беҙҙең сәнәғәт бер үк ваҡытта ике бәләгә тарыны: был коронавирус менән бәйле мәсьәлә, һәм шуның менән бергә – нефть котировкаларының һиҙелерлек кәмеүе, был иһә һумдың кәмеүенә килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтарына был ыңғай тәьҫир итте», - тине министр. – Эйе, экспортҡа йүнәлтелгәндәре өсөн – бер яҡтан. Икенсе яҡтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тышҡы баҙарҙарҙағы котировкалар биржа тауарҙары буйынса килемдәр артыуға стимул бирмәй. Беренсе сиратта беҙ металлургия, химия, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте, минераль ашламаларҙы күҙ уңында тотабыҙ».
Сит ил компоненттарын ҡулланыусы эшкәртеүсе сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтары, логистиканың үҙгәреүен һәм ҡайһы бер илдәрҙән ҡайтарыуҙа тотҡарлыҡтарҙы иҫәпкә алып, оператив рәүештә баҡшҡа тәьминәтселәрҙе табырға мәжбүр, тип өҫтәне Мантуров.
Президент ҡушыуы буйынса һуңғы биш йылда импортты алыштырыу пландарын әүҙем ғәмәлгә ашырған сәнәғәт предприятиеларында (ә улар сәнәғәттең 23 тармағындағы 970-тән ашыу проект) 460 проект бойомға ашырылған, тип хәбәр итте сәнәғәт һәм иҡтисад минситры.
Фото: kremlin.ru