Документтың датаһы әлегә асыҡ. Telegram каналы хәбәр итеүенсә, коронавирус инфекцияһы таралыуы асыҡланһа, бөтә уҡыу йорттарында уҡытыу ваҡытлыса туҡталып торасаҡ, кинотеатрҙар һәм театрҙар, ғөмүмән, бөтә күңел асыу объекттары ла ябыласаҡ.
Документта был вирустан һаҡланып ҡалыу өсөн халыҡҡа уяу булырға, бөтә төр һаҡланыу сараларын ҡулланырға, кеше күпләп йыйылған урындарға барыуҙан тыйылырға, тип билдәләнелә.