-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Апрель 2020, 12:30

Юлымда аҡса таптым. Алырғамы-алмаҫҡамы?

Ерҙә ятҡан 100 һум шул тиклем ымһындыра...

Яйлап ҡына иртән эшкә киләм. Юлым автовокзал аша үтә. Бында автобустар Өфөгә ҡуҙғала. Бөгөн нишләптер тыныс, кеше лә әллә ни юҡ. Ҡарайым – алдымда 100 һум аҡса ята. Кемдер автобусҡа тип аҡса һанағанда төшөп киткәндер инде, моғайын. Бәлки, ошонда өйөрөлөшөп торған берәй таксист юғалтҡандыр, кем белһен. Туҡтаным. Әйбер урлап тотолған кеше шикелле яҡ-яғыма ҡаранам. Йөрәк дөп-дөп тибә. Алырғамы был аҡсаны, алмаҫҡамы? Был йәһәттән төрлө ырымдар бар. Кемдер аҡсаны ерҙән эйелеп алһаң, сығымдар күбәйә, аҡса сығып тик тора тип иҫәпләй. Икенселәр тинлек аҡсаны бөтөнләй алырға ҡушмай, йәнәһе, аҡсаң ваҡлана. Ә минең бер апай тейешле кешем ерҙә ятҡан аҡсаны, ҡағыҙмы ул, тинлекме, мотлаҡ ал, ул ҡулланыуҙа йөрөргә тейеш, кеше табаны аҫтында саң-туҙанға батып ятырға тейеш түгел тип гел алырға ҡуша. Күреүегеҙсә, һәр кемдең үҙ фекере.
Бөгөн – кесаҙна. Мосолмандар өсөн изге көн. Эсемдән генә бисмилламды әйттем дә, 100 һумлыҡты эйелеп алдым. Кешенекен урламайым даһа, был минең эшкә килешләй табышым ғына. Ул бит шул тиклем ымһындырып ята... Әммә кеҫәмә һалманым, шунда уҡ ҡулланышҡа ебәрҙем - баланы ҡыуандырайым әле тип, эргәләге магазинға инеп, ҡыҙыма тәмлекәстәр алдым. Бала ихлас ҡыуаныр, һис зыян булмаҫ...
Читайте нас: