-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
24 Апрель 2020, 12:00

"Тел мәсьәләһе мәҙәниәтебеҙ, ижади мираҫыбыҙ өсөн бик мөһим һәм көнүҙәк”

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим иткәйне. Быйыл ғинуарҙа ул Рәсәй Дәүләт Думаһына ошо үҙгәрештәрҙе сағылдырған закон проектын тәҡдим итте.

Владимир Владимирович, 1993 йылғы Конституцияның ғәмәли әһәмиәте кәмемәһә лә, заман талаптарын иҫәпкә алып, уға үҙгәрештәр индереү зарурлығын белдерҙе. 11 мартта Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Илебеҙҙең Төп Законына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата фекерен “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының эштәр идарасыһы Виктор Афанасьев белдерҙе. “Дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе тел булараҡ, рус теле буйынса төҙәтмәләр бик мөһим. Ил Конституцияһының был статьяһын киләсәктә тағы үҫтерергә, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, закондар һәм закон акттарын барлыҡҡа килтерергә кәрәк”, – тине ул. – Ҡасандыр авиация университеты уҡытыусыһы булараҡ, йәштәрҙең телмәрен тыңлайым, һәм ниндәйҙер дөрөҫ булмаған телмәр килеп сыға. Һәр ике рус һүҙенә һигеҙ һүгенеү һүҙе тура килә, өҫтәүенә ул боҙолған, үҙгәртелгән. Шуға тел мәсьәләһе мәҙәниәтебеҙ, ижади мираҫыбыҙ өсөн бик мөһим һәм көнүҙәк”.
Шулай итеп, Виктор Афанасьев фекеренсә, Конституцияға төҙәтмәләр, рус теленең дәүләт статусы уны боҙоуҙан, сүп-сарҙан һаҡлар ине.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tel-m-s-l-e-m--ni-tebe--igadi-mira-ibi--s-n-bik-m-im--m-k-n--k-234576/
Читайте нас: