+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
25 Апрель 2020, 12:00

Европа Советының иғтибар үҙәгендә

Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индерергә йыйынғанды башҡа илдәрҙә лә күҙәтеп баралар.

"Бѳтә сикләүҙәр ҙә йәмәғәт хәүефһеҙлеген законлы яҡлау маҡсатына аныҡ тура килергә тейеш. Пандемия был йәһәттән сәйәси ҡарашта ғәҙәттән тыш хәл тыуҙыра. Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар ҡала, тик уларҙы тулыһынса бойомға ашырыуҙа кәртәләр барлыҡҡа килә, мәҫәлән, һайлау һәм референдум үткәреүҙә", - тип сығыш яһаны халыҡ-ара юридик форумда Европа Советының генераль секретары Мария Пейчинович-Бурич.

Уның белдереүенсә, Европа Советы был үҙгәрештәр буйынса эске һәм халыҡ-ара бәхәстәрҙе бик иғтибарлы күҙәтә.

Генераль секретарь һүҙҙәренсә, коронавирус сәбәпле Францияла урындағы һайлауҙың икенсе раундын кисектергәндәр, Әрмәнстанда – конституция референдумын, Рәсәйҙә – Конституция буйынса тауыш биреүҙе.

Фото: zen.yandex.ru
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Evropa-Sovetini-i-tibar--gend-233510/
Читайте нас: