“Минең өсөн был үҙгәрештәр ике ыңғай күренеше менән әһәмиәтле. Беренсенән, Конституцияға төҙәтмәләр индереү Рәсәйҙең тарихи дөрөҫлөккә ынтылыуын сағылдыра, илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышы, фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеү хаҡындағы тарихи факттарҙы боҙоуға юл ҡуймаясаҡ.
Тарих – ул милли берҙәмлегебеҙҙең бер өлөшө, һәм беҙ уны ҡарайтыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Был уңайҙан яңы Конституция күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәсәк.
Икенсенән, Конституцияға индерелгән яңы ҡанун буйынса дәүләт системаһында эшләгән кешеләргә, атап әйткәндә, етәкселәргә, депутаттарға бынан ары сит илдәрҙә үҙ милектәрен булдырыу тыйыла. Рәсәй дәүләтенә хеҙмәт итеп тә, ситтә байлыҡ туплау – ике йөҙлөлөк. Беҙ үҙ илебеҙгә хеҙмәт итергә тейешбеҙ”.
Фото: vk.com
Автор: Айгөл Ғәбитова.