-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Апрель 2020, 12:00

Төп иғтибар – ғаилә институтын нығытыуға

Рәшиҙә Солтанова, БР Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе:“Конституцияға индерелгән өҫтәлмәләр араһында ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы, күп балалыҡҡа өҫтөнлөк биреү, йәш быуынды тәрбиәләү һәр дәүләттең бурысы тигән пункттарҙы айырыуса хуплайым.

Ғаилә – ир һәм ҡатындың союзы тигән билдәләмә бик дөрөҫ, ул көнбайыш илдәрендә тарала барған “традицион булмаған” ғаилә формаһын тулыһынса инҡар итә. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай “ғаилә” йоратын беҙҙең илдә күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, был халыҡтың үҫеш кимәленең түбәнәйеүенә, тоҡом боҙолоуына килтерәсәк.
Ата-бабаларыбыҙ борон замандарҙан ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған, быуындар бәйләнешенә иғтибар бүлгән. Һәр бала ата һәм әсә йылыһын тойоп үҫергә тейеш.
Минең фекеремсә, Конституцияла ҡаралған социаль пакеттарҙың барыһы ла ғаилә институтын һаҡлауға ҡоролған”.
Фото: yandex.ru
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/T-p-i-tibar--ail-institutin-ni-itiu-a-240396/
Читайте нас: