+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
30 Апрель 2020, 12:45

«Тауыш биреүҙе йәйгеһен үткәрергә мөмкин», – ти баш эпидемиолог

Бөтә Рәсәй халҡының үҙгәрештәргә тауыш биреүе 22 апрелдә үтергә тейеш ине.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы Николай Брико әйтеүенсә, Конституцияны үҙгәртеү буйынса тауыш биреүҙе йәйгеһен үткәрергә мөмкин.
– Бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланғанда был мөмкин, тип уйлайым. Илдәге хәл-ваҡиға һәйбәтләнеп, был сараны тулы кимәлдә үткәрә алырыбыҙға ла ышанғы килә, – тип белдерҙе ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә Конституцияға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим иткәйне. Бөтә Рәсәй халҡының үҙгәрештәргә тауыш биреүе 22 апрелдә үтергә тейеш ине. Илдә коронавирус таралыуы сәбәпле, мөһим сараның ваҡыты кисектерелгәйне.
#ВладимирПутин

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Tauish-bire-e-y-yge-en-tk-rerg-m-mkin---ti-bash-epidemiolog-245370/
Читайте нас: