-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Май 2020, 22:25

Еңеү парады һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр - бер көндә

Еңеү парадын һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе 24 июндә үткәреүҙәре ихтимал.

РБК үҙ сығанаҡтарына һылтанма менән яҙыуынса, президент хакимиәтендә 24 июнде Еңеү парады һәм Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү ойоштороу өсөн төп дата тип ҡарайҙар. 1945 йылда Еңеү парады тап 24 июндә булған.
Ләкин ҡәтғи ҡарар ҡабул ителмәгән әле.
Бынан алда төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе 22 апрелдә үткәрергә йыйынғайнылар. Был көн ял тип иғлан ителергә тейеш ине. Әммә пандемия башланыуы сәбәпле уны күсерҙеләр.
Башҡортостаным | яңылыҡтар төркөмөнән алынды.
Читайте нас: