+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Май 2020, 17:50

Тауыш биреүҙең яңы ысулдары буйынса фекер алышабыҙ

20 майҙа Федерация Советы Рәсәйҙә һайлау үткәреү өсөн өҫтәмә формалар индерелгән өс законды бер юлы хупланы.

Уларҙың береһендә дистанцияла электрон тауыш биреүҙе үткәреү ҡарала. Тәжрибә Мәскәүҙә урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа уҙғарыласаҡ. Дистанцияла электрон һайлау граждандың ғаризаһы буйынса, Мәскәү ҡалаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәренең махсус төбәк программаһын файҙаланып үткәреләсәк.
Яңы закон проекты сәйәси даирәләрҙә ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы: айырым партия вәкилдәре тауыш биреүҙең яңы формаларының һайлауға һәм уның һөҙөмтәләрен иҫәпләүгә контролде тәьмин итеүенә шикләнә. Күп эксперттар, тауыш биреүҙең был ысулы ил Конституцияһы буйынса дөйөм тауыш биреүҙә лә файҙаланыла ала, тип иҫәпләй. Хәлдәрҙең ошолай үҫеше, онлайн-тауыш биреүгә техник әҙерлек, бындай һайлауҙа йәмәғәтселек күҙәтеүе мәсьәләләре хаҡында Мәскәү һәм Башҡортостан эксперттарының онлайн-осрашыуында ла фекер алышынды.
“Яблоко” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Альберт Хөсәйенов, һайлау процедураһы күҙгә-күҙ ҡарап һәм коронавирус инфекцияһынан зарарланғандар һаны нулгә тиклем төшкәс кенә үткәрелергә мөмкин, ти.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Александр Брод иһә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Беҙ һайлауҙа дистанцияла ҡатнашыуҙың яңы формалары ҡулланылған Европанан коллегалар менән бер нисә консультация алдыҡ. Мәҫәлән, Польшала тауыш биреү почта аша үткәрелгән. Ә Эстонияла был эш интернет аша уңышлы бара, һәм байтаҡ һайлаусылар был форманы хуплаған. Беҙҙе үтә күренмәлелек, шәхсән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау мәсьәләһе борсой. Әгәр Рәсәй Президенты Федерация Советы раҫлаған закондарға ҡул ҡуйһа, беҙ, әлбиттә, тауыш биреүҙең яңы формаларында шәхсән мәғлүмәттәргә контроль һәм уларҙы яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса Үҙәк һайлау комитеты менән эшләйәсәкбеҙ”.
Мәскәүҙән “Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы” ассоциацияһының башҡарма директоры Алена Булгакова, дистанцияла тауыш биреү тәү сиратта һайлау кампаниялары ваҡытында файҙаланыласаҡ һәм ул ил Конституцияһы буйынса үткәрелергә тейешле тауыш биреүгә ҡағылмаясаҡ, тип белдерҙе. “Был формалар дәүләтебеҙ өсөн яңы түгел. 2011 йылда Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышына почта аша тауыш биреү тәжрибәһе булғайны. Бындай тәжрибә шулай уҡ Свердловск һәм Ярослав өлкәләрендә үткәрелде. Биш төбәктең закондарында почта аша тауыш биреү мөмкинлеге нығытылған. Был эште дистанцияла үткәреүгә килгәндә, йәмәғәтселек контроле өсөн инструменттар һәм механизмдар кәрәк. Мәҫәлән, тауыш биреүҙе ойоштороусылар менән күҙәтеүселәр өсөн программаға инеү асҡысы. Һөҙөмтәлә уларҙың барыһы ла тауыш биреү процесында теге йәки был граждандың системала ниндәй мәғлүмәттәр ҡалдырғанын күрә аласаҡ. Көстәрҙе берләштереү һәм эш барышына ижтимағи контроль булдырыу өсөн әле булған инструменттарға өҫтәмәләрен эшләү мөһим”.
Ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙе үткәреү көнө һәм формаһы аҙағына тиклем асыҡланмаған. Быға тиклем ҡайһы бер федераль мәғлүмәт агентлыҡтары процедураның 24 июндә йәки 8 июлдә үткәрелеү ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйне.
Фото: rapsinews.ru.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tauish-bire-e-ya-i-isuldari-belgest-r-nind-y-feker-284501/
Читайте нас: