-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
СӘЙӘСӘТ
7 Июня 2020, 17:20

Әйҙәгеҙ, барайыҡ та һайлайыҡ!

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә һәр кем ҡатнашырға тейеш. Был хоҡуҡ түгел, ә бурыс. Һайлаусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ассоциацияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасов тап ошондай фекерҙә.

"Эш шунда, кешеләр хоҡуҡтарын аңлай башланы, ә бына бурыстарын тулыһынса түгел. Берәйһе беҙгә үҙебеҙ теләгәнсә тауыш биреүҙе тыямы? Бер кем дә түгел! Беҙ үҙебеҙҙе ауырлыҡҡа дусар иткебеҙ килмәй. Әгәр беҙҙең бюллетендәр буш ҡала икән, тимәк, закон боҙорға теләгәндәр уны үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ала бит. Тауыш бирәбеҙ икән, бер кем, бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ", – ти ул.

Валех Аббасов фекеренсә, тауыш биреү хоҡуғының донъя тарихы шуны күрһәтә: кешеләр килеп тауыш бирә икән, халыҡ теләгән кеше һайлана. “Шул уҡ Украинаны алып ҡарағыҙ. Улар Зеленскийҙы нисек һайланы? Әрмәнстанда Пашинянды нисек үткәрҙеләр? Уларҙы халыҡ һайланы. Ни өсөн тигәндә, кешеләрҙең күпселеге һайлауға барҙы. Әгәр риза түгелһегеҙ икән, килегеҙ ҙә ҡаршы тауыш бирегеҙ. Риза икән, риза тип. Барыһы ла граждандарҙан тора. Әйҙәгеҙ, барайыҡ та һайлайыҡ!” – ти ул.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин 1 июлде Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө тип билдәләгәйне. Ул илдә ял тип иғлан ителә. Тауыш биреү коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн "Роспотребнадзор" ҡушҡан барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп үтәсәк.

Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/y-ge--barayi-ta-aylayi-307695/
Читайте нас в