-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
11 Июнь 2020, 12:20
Һаҡланыу сараларын күреү зарур
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 июлде ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө тип билдәләгәйне. Ошо көн илдә ял көнө тип иғлан ителә.
Был мөһим сара айҡанлы юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы доценты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы доценты Тимур Салауат улы Ҡасимов үҙ фекерен белдерҙе. “Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү өсөн һайлау участкаларына барғанда коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын күреү зарур. Быға эпидемияның дауам итеүе сәбәпсе. Ошо көндәрҙә һайлау участкаларында ла саралар күреләсәк”, – тине Тимур Салауат улы.
Тауыш биреү коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн “Роспотребнадзор” ҡушҡан барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп үтәсәк. Бының өсөн битлек, бирсәткә һәм шәхси авторучканы файҙаланырға кәрәк.
Бынан тыш, тауыш биреү көнөндә бинала йәки өйҙә, башҡа тауыш биреү өсөн йыһазландырылған урында тауыш биргәндә айырым тәртип билдәләнгән.
Бинала тауыш биргәндә, уға тауыш биреү өсөн ингәндә хәрәкәт итеү өсөн һыҙылған һыҙаттарҙан (күрһәткестәрҙән) ситкә сыҡмаҫҡа, йәғни эргә-тирәләге кешеләрҙән хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға кәрәк. Ул, билдәле булыуынса, 1,5 – 2 метр тәшкил итә.
Тауыш биреү өсөн бинаға (урынға) инер алдынан битлек кейеү, мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәттереү, ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептик саралар файҙаланыу зарур. Аҙыҡ ашау, эсемлектәр ҡулланыу һәм ҡул бирешеү ҡәтғи тыйыла.
Фото: bashedu.ru.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/a-laniu-saralarin-k-re-zarur-311331/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?