"Мин тауыш бирҙем инде, дөрөҫ ҡарарға килгәнмендер, тип уйлайым. Ҡурсаланыу мәлендә уйларға ваҡыт булды. Беҙгә көслө ил кәрәк, ә таланған, тарҡалған түгел, һәм унда һәр кем өсөн тейешле шарттар тыуҙырылыуы мөһим. Граждандар дөрөҫ ҡарар ҡабул итер, ул илдең нигеҙен нығытыуға йүнәлтелер тип ышанам", – тип белдерҙе публицист, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиев.
Халыҡҡа уңайлы, хәүефһеҙ булһын өсөн алдан тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырылды – 25 июндән 1 июлгә тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем һайлау участкалары асыҡ, шулай уҡ өйҙән тороп та ҡатнашыу ысулдары бар.
Фото: we18.ru
Автор: Рәмилә Мусина.