-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Август 2020, 15:05

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Башҡорт сода компанияһын үҙебеҙҙең контролгә алырға кәрәк»

БР Башлығы Р. Хәбиров, Устав капиталында републиканың өлөшөн, акцияларының контроль пакетына тиклем арттырып, «Башҡорт сода компанияһы»н (БСК) милләтләштерергә тәҡдим итте.

Радий Фәрит улы «Эхо Москвы» радиоһының баш мөхәррире Алексей Венедиктовҡа интервью бирҙе.
«Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр ҙә предприятие акционерҙары был хәлдән сығыу юлын күрмәй икән, мин дә акционер булып иҫәпләнәм, сөнки 38,28 процент акцияға республика хужа, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ. Беҙгә билдәле өлөштө һатып алып, контроль пакетҡа хужа булырға һәм предприятие менән, урындағы халыҡ булараҡ, идара итергә кәрәк. Контроль пакеттың беҙгә күсеүе һәм аҡыллы идара итеү дивиденттарҙың ҡыҫҡарыуына килтерәсәк, ә уларҙы киләсәктә предприятие үҫешенә, уны модернизациялауға йүнәлтергә мөмкин буласаҡ», - тине Башлыҡ.
Радий Хәбиров: «Әгәр ҙә БСК республика ҡулына күсһә, уның артабанғы үҫеше альтернатив сеймал сығанаҡтарында планлаштырыласаҡ», - тине.
Фото : «Башинформ».
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова.
Читайте нас: