+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Август 2020, 13:00

Путинға бер шешә нефть бүләк иттеләр

РФ Президенты "Роснефть" етәксеһе Игорь Сечин менән осрашты.

"Көнбайыш - Иркин ятҡылығының 31-се скважинаһынан тәүге нефтте һеҙгә бүләк итәм. Ул, Яҡын Көнсығыштыҡына ҡарағанда, яҡшыраҡ", - тине Игорь Сечин.
"Әлбиттә яҡшыраҡ, ул бит үҙебеҙҙеке", - тип шаяртты Президент.
Осрашыуҙа пандемия шарттарында "Роснефть" компанияһының эш барышы тураһында һүҙ барҙы. Путин етештереү процесын ойоштороу, эш урындарының һаҡланып ҡалыуы менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Президент Сечиндан яңы көнсығыш нефть-химия комплексын төҙөү буйынса тәҡдимдәр индереүен һораны.
Белешмә өсөн: Көнсығыш - Иркин нефть-газ участкаһы Красноярск крайының төньяғында урынлашҡан.
Фото: "Риа-Новости".
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Putin-a-ber-shesh-neft-b-l-k-ittel-r-416900/
Читайте нас: