Шиханға республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланыусы территория статусы биреү Башҡортостан граждандарының күпселеге үҙ теләген белдергән хәлдең көтөп алған һөҙөмтәһе булды, тип билдәләне Радий Хәбиров. Был –тыуған яҡтарының тәбиғи ҡомартҡыһына битараф булмаған һәм тәбиғәттең уникаль ҡомартҡыларын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалдырырға теләгән республика халҡының фекеренә хөрмәт билдәһе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығына тауҙы һаҡлаусылар һәм БСК вәкилдәре араһында барған һәм асыҡ бәрелештәргә килтергән оҙайлы бәхәскә ҡатышырға тура килде. Шул сәбәпле сода компанияһы вәкилдәре республика етәкселегенә асыҡтан-асыҡ янауға күсте һәм Ҡуштауҙы сеймал базаһы булараҡ эшкәртеүгә биреүҙе талап итте. Әле прокуратура сәнәғәт предприятиеһын шәхси ҡулдарға күсереү буйынса килешеүҙәрҙең законлымы икәнен тикшерә.
Галина Бурдилева.