-28 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
СӘЙӘСӘТ
7 Сентября 2020, 16:45

Президент нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

6 сентябрҙә Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Уларҙы һөнәри байрамдары менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы.

Рәсәй етәксеһенең ҡотлау телеграммаһында:
– Бай тәбиғи ресурстар, ҙур углеводтар һаҡламы булған Рәсәйҙәге нефть-газ комплексы ысынында иҡтисадтың базаһы, мөһим тармаҡтарының береһе булып тора, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүҙә, илдең энергетик, индустриаль, экспорт потенциалын нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Был етди уңыштар артында күп быуын ғалимдары, геологтары, инженерҙары, төҙөүселәре, эшселәре – ысын һөнәр эйәләренең көсөргәнешле, физакәр хеҙмәте ята, – тиелә һәм киләсәккә ҙур ышаныстар бағлана.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Prezident-neft--m-gaz-s-n--te-he-m-tk-r-ren-otlani-442500/
Читайте нас в