+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Сентябрь 2020, 17:40

Ҡала үҙәгенә барышлай...

Дәүләкән районы халҡы район һәм ҡала Советтары депутаттарын һайлай

1710-сы һайлау участкаһы ла һайлаусыларға үҙ ишектәрен иртәнге сәғәт 7-лә асты. Ул Балалар ижады йортонда урынлашҡанлыҡтан, күптәр бында баҙарға барышлай муниципаль кимәлдәге депутаттарға үҙ тауыштарын бирер өсөн инә. Берҙәм тауыш биреү көнөндә был участкаға Л.С. Ғәлләмова ла һайлауға килгән. Ҡояшлы сентябрь иртәһендә ул магазиндар буйлап йөрөп ҡайтырға тип сыҡҡан һәм бер ыңғайҙан һайлау участкаһына ингән.
Бинаның эсендә тауыш биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, барлыҡ санитария-эпидемиология талаптары ла ҡәтғи үтәлә. Участкаға килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнә һәм һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн шәхси һаҡланыу саралары бирелә.
Был һайлау участкаһында иртәнге сәғәт 10-ға - 19 кеше, ә 2сентябрҙән 12 сентябргә тиклем бында алдан һайлауҙарҙа 180 һайлаусы үҙ тауышын биргән.
Сергей Чиков.
Читайте нас: