Бөгөн физкультура-һауыҡтырыу комплексы бинаһында үткән муниципаль кимәлдәге һайлауҙарҙың өс һайлау участкаһы урынлашҡан. Был участкаға беркетелгән һайлаусылар - Йәштәр урамының 2-се, 4-се, 6-сы, 8-се, 8/2-се, 10-сы, 12-се, 42-се йорттарында, Республика һәм Энгельс урамдарында йәшәүселәр. Һайлау участкаһы иртәнге 7-лә асылды. Һайлау комиссиялары составына комиссияның рәйесе, уның урынбаҫары, секретарь һәм туғыҙ ағза инә. Улар тәүге һайлаусыларға һайлау бюллетендәр биргән дә инде. Участкала тауыш биреү өсөн ике кабинка һәм бюллетендәр өсөн урналар ҡуйылған.
Һайлау комиссияһы рәйесе О.П. Хәмиҙуллина әйтеүенсә, иртәнге сәғәт 9-ға уға ышанып тапшырылған участкала 10 һайлаусы тауыш биргән. Ә һайлаусыларҙың төп ағымы ҡала халҡы ял көнөндә йоҡоһон туйҙырып, иртәнге аш ашағандан һуң, иртәнге сәғәт 10-дан 13 сәғәткә тиклем килер һәм үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтер, тип күҙаллана.