+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Сентябрь 2020, 02:50

Һәр кем үҙ тауышын бирә

Ленинск ауылының һайлау участкаһында бөгөн иртәнән күңелле көйҙәр яңғырай. Улар ауыл кешеләренең һайлауға килеп, тауыш бирергә кәрәклеге тураһында иҫенә төшөрә

Райондың яҙмышын башҡалар хәл иткәнен көтөргә түгел, ә һайлау участкаһына килеп, тәҡдим ителгән исемлектән үҙең ышанған, киләсәктә һайлаусыларҙың мәнфәғәтен яҡлай алырлыҡ депутаттар өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Ленинск ауылында һайлауға төрлө йәштәге кешеләр килә. Марина Васильевна Калинова һайлауға ейәнсәре Полина менән килгән. Ҡыҙсыҡ әле мәктәпкә йөрөмәһә лә, һайлауҙарҙың мөһим ваҡиға икәнен яҡшы аңлай, сөнки яратҡан өләсәһе участкаға иртән иртүк бара.
Янина Сәлихова өсөн был һайлауҙар ғүмерендә тәүге тапҡыр. Ҡыҙ Өфө ҡалаһында колледжға уҡырға ингән, әле ялға ҡайтҡан һәм гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән. Уны был мөһим ваҡиға менән һайлау комиссияһы рәйесе Роза Рауил ҡыҙы Имаева ҡотланы һәм уға бүләк тапшырҙы.
Тауыш биреүселәргә шулай уҡ ҡаланың төрлө магазиндарына һәм салондарына ташламаларға сертификаттар ҙа тәҡдим итәләр.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: