Был һайлау участкаһы ҡала үҙәгендә, район Мәҙәниәт йортонда, бик уңайлы урынлашҡан. Үҙәк майҙанда традицион көҙгө йәрминкә һәм байрам концерты ойошторолдо. Шуға яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр был ҡояшлы сентябрь көнөндә майҙанға, төрлө тауар һатып алырға, концерт ҡарарға һәм ғҙ тауыштарын бирергә бик теләп килде.
Берҙәм һайлау көнөндә был һайлау участкаһында В.А. Панков та тауыш бирҙе. Уның әйтеүенсә, үҙенең гражданлыҡ бурысын ул һәр ваҡыт намыҫлы башҡарып килгән, бөгөн дә тап шулай булған. Һуңғы йылдарҙа ҡала үҙәге һиҙелерлек үҙгәрҙе һәм ҡала халҡы депутаттар составынан яңы үҙгәрештәр көтә. Участкала бөтә санитария-эпидемиология талаптары ла күҙәтелә. Ингән ерҙә һәр һайлаусының температураһы үлсәнде, ҡулдарын зарарһыҙландырыусы матдә менән эшкәртте, уларға шулай уҡ бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек һәм бирсәткә бирелде. Шәхесте раҫлаусы документты күрһәткәндә социаль арауыҡты күҙәтеп башҡарыла. Һәр ике сәғәт һайын тауыш биреү бинаһына дезинфекция уҙғарыла. Һайлауҙар коронавирус инфекцияһы айҡанлы бөтә талаптарҙы ла үтәп ойошторолдо.
Һайлау комиссияһы ағзалары ғаризалар буйынса йорттарында тауыш бирергә теләгән 65+ категорияһына ҡараған граждандарҙың йортона бара. Тауыш биреүҙең был ысулы уңайлы һәм хәүефһеҙ. Был пандемия осоронда айырыуса мөһим.
Иртәнге сәғәт 11-гә бында - 224 һайлаусы, ә 2 cентябрҙән 12сентябргә тиклемге осорҙа 121һайлаусы алдан үҙ тауышын биргән.