-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
24 Октябрь 2020, 12:00

Рәсәй санкцияларға бирешмәйәсәк!

Рәсәй Президенты В.В.Путин Берләшкән милләттәр ойошмаһына иҡтисад һәм гуманитар өлкәлә сикләүҙәрҙе туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт итте.

“Бөгөнгө пандемия ваҡытында бөтә илдәргә лә иҡтисадты ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу еңелдәрҙән түгел. Көрсөккә төшөп етмәҫ элек, илдәр бер - береһенә гуманитар өлкәлә ярҙам күрһәтергә тейеш. Мин Рәсәйгә ҡарата булдырылған санкциялар тураһында әйтмәйем, беҙгә улар ҡурҡыныс түгел. Рәсәйҙә халыҡ йәшәйеше өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Илдәрҙе икеләтәт стандарттарҙан арынырға, бер-беребеҙгә ғәҙел булырға саҡырам, -тине ил башлығы үҙ мөрәжәғәтендә.
#ВВПУТИН
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/R-s-y-sanktsiyalar-a-bireshm-y-s-k-511670/
Читайте нас: