+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Ноябрь 2020, 17:05

Президент Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

өгөн — Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Президент Владимир Путин уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.#ВладимирПутин

— Йәмәғәт тәртибен, тормошон, хәүефһеҙлекте һәм кешеләр хоҡуҡтарын яҡлау — был, ысынлап та, изге, әһәмиәтле, бик ауыр, күп осраҡта хәүефле эш. Бында ынтылыш һәм йыйнаҡлыҡ, намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек, һәр кешенең абруйына хөрмәт, иң ауыр йөктәрҙе күтәрә алыу әҙерлеге талап ителә, һынауҙарға бирешмәйенсә, бурысты һәм антты үтәп, ҡанундарға һәм Рәсәй халҡына ышаныслы хеҙмәт итергә кәрәк, — тип белдерҙе дәүләт башлығы ҡотлауында. Ул был көндө һөнәри бурыстарына тоғро, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер булғандары, үҙҙәренең шәхси миҫалында йәш хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгәндәре өсөн хөрмәтле ветерандарға рәхмәтен белдереп, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Prezident-R-s-y-Eske-esht-r-organdari-he-m-tk-r-re-k-n-men-n-otlani-536907/
Читайте нас: