+3 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
СӘЙӘСӘТ
22 Ноября 2020, 12:00

Советтың составы үҙгәрҙе

Рәсәй Президенты В.В.Путин Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың составын үҙгәртеү указына ҡул ҡуйҙы.

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Указға ярашлы, советҡа «Русский репортёр» журналының баш редакторы урынбаҫары Марина Әхмәтова, «Крибрум» акционерлыҡ йәмғиәте президенты Игорь Ашманов, Халыҡ-ара архитектура академияһының Мәскәүҙәге бүлеге президенты Андрей Боков, «Здравствуй!» Онкологик ауырыуҙар ассоциацияһы президенты Ирина Боровова, «Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау милли ата-әсәләр ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәһенең координация советы рәйестәше Галина Осокина индерелде.
Ә бына сәйәсмән Светлана Айвазованы, «Адвокат партнёрлығы» Мәскәү адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Юрий Костановты, Ольга Сидоровичты һәм Анита Соболеваны Президент советтан сығарыуҙы һораны.
#ВВПУТИН

Альфира Узянбаева.

https://ataysal.rbsmi.ru/news/Sovetti-sostavi--g-r-e-549645/
Читайте нас в