+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
7 Декабрь 2020, 13:35

Ирекмәндәр менән осрашыу

Президент Владимир Путин "Рәсәй ирекмәне — 2020" конкурсында финалға сығыусылар һәм ирекмәндәр менән видеоконференция режимында осрашыу үткәрҙе. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Әлеге йылда илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле Ирекмәндәр көнөн байрам итеү онлайн рәүештә уҙҙы. Ә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр конкурсы 2010 йылдан уҙғарылып килә.
— Быйыл беҙҙең илдең 15 миллиондан ашыу гражданы төрлө ирекмәнлек проекттарында ҡатнашты. Ундайҙар, ысынлап та, яҡын кешеһенең ҡайғыһын иғтибарһыҙ ҡалдырмай , сөнки күңел йомартлығы, изге күңеллелек һәм мәрхәмәтлелек беҙҙең өсөн — йәшәү нормаһы. Быны беҙҙән тартып алып булмай, был — беҙҙең холҡобоҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм йолаларыбыҙ, — тип белдерҙе Владимир Путин.
Осрашыу барышында дәүләт башлығы "Теләктәр шыршыһы" акцияһында ла ҡатнашып, шыршы биҙәүестәре-открыткаларҙа яҙылыусы ике теләкте үтәргә вәғәҙә бирҙе.
#ВладимирПутин
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Irekm-nd-r-men-n-osrashiu-577312/
Читайте нас: