Владимир Путин ғаилә бәхетенең сере хаҡында ла һөйләне. Мәгәр үҙе ҡатыны менән айырылышһа ла, ғаиләгә бик иғтибарлы. Яҙҙыҡ инде: ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә, ана, ниндәй бүләк эшләне.
- Ғаилә бәхетенең сере - мөхәббәттә , - тине Президент.
Унан ейәндәре тураһында ла һоранылар. Бәләкәстәргә китаптары уҡыйһығыҙ, тинеләр. Путин ейәндәренә Самуил Маршак әҫәрҙәрен уҡый икән.
-Башҡа бик һәйбәт китаптар ҙа бар. Рәсәй, совет авторҙарыныҡы. Беҙҙең әкиәттәр бик шәп, - тине ил етәксеһе.
Афарин! Балаларға әкиәт уҡыу бик маҡтаулы эш ул. Һеҙ ҙә уҡығыҙ.
Фото: Кремний. ру
Автор: Алһыу Ишемғолова.