-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Август 2021, 16:39

Владимир Путин Башҡортостанға килә

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһына килә.

Дәүләт Башлығы Әбйәлил районында «Ласселбергер» компаниялары төркөмөнөң «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса завод асыуҙа ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу сит илдән аҡ цемент һатып алыу күләмен кәметергә һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше нөктәһен булдырырға ярҙам итәсәк.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: