+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Сентябрь 2021, 21:35

Район Дәүләт Думаһы депутаттарын һайларға әҙерләнә

Дәүләкән районы Рәсәй Федерпацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына VIII саҡырылыш депутаттарын һайларға әҙерләнә.

Район Дәүләт Думаһы депутаттарын һайларға әҙерләнә
Район Дәүләт Думаһы депутаттарын һайларға әҙерләнә

8 сентябрҙән башлап бөтә район буйынса тауыш биреү өсөн 42 участка асылды. Уларҙа алдан эштәр алып барыла ла инде. 1710-сы

һайлау участкаһы Дәүләкән үҙәгендә, Балалар ижады йортонда урынлашҡан. Бында илебеҙҙә 17-19 сентябрҙә уҙасаҡ тауыш биреүҙәр өсөн бөтәһе лә әҙер тиерлек.

Был участкала эшләгән участка һайлау комиссияһы рәйесе – Наталья Владимировна Петрова. Комиссия составына шулай уҡ рәйес урынбаҫары, сәркәтип һәм тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 9 ағза инә. Һайлау комиссияһы ағзалары көн һайын участкала 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем дежур итә. Был ваҡыт эсендә улар беркетелгән урамдарҙа йәшәүсе һайлаусыларға бара, тауыш биреүгә саҡырыу ҡағыҙҙары тапшыра, теркәлгән граждандарҙың исемлеген асыҡлай, һайлаусыларҙың телефондан шылтыратыуҙарына яуап бирә, төрлө сәбәптәр буйынса тауыш биреү урынын алыштырыуға, шулай уҡ  йорттан тауыш биреүгә ғаризалар ҡабул итә.

Был участкала Гагарин, Зенцов, Коммунистик, Ҡыҙылармеецтар, Ленин, Механизаторҙар, Яңы, Еңеү, Производственный, Туҡай, Юбилей урамдарында, Ҡыҙылармеецтар, Механизаторҙар һәм Балыҡлы тыҡрыҡтарында йәшәүселәр тауыш бирәсәк. Был урамдарҙың күптәре һайлау участкаһынан ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡанлыҡтан, унда инвалидтар, күп балалы ата-әсәләр, шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре барып етә алмай. Граждандарҙың был категориялары өсөн күсмә тауыш биреү ойоштороласаҡ. Ошо маҡсатта участкаға эш автомобиле беркетелгән. 15сентябргә был участкаға йортта һайлау тураһында 87 ғариза тапшырылған да инде. Һайлау комиссияһы ағзалары уларҙың йорттарына барасаҡ.

Санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтеү - буласаҡ һайлауҙарҙың мотлаҡ талабы. Бының өсөн һайлау участкаһы бөтә тейешле нимәләр менән тәьмин ителгән. Һәр һайлаусыға бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек һәм бирсәткәләр, ручка тәҡдим итеү күҙаллана, шулай уҡ термометрия, антисептик матдәләр менән ҡулдарҙы зарарһыҙландырыу үҙғарыласаҡ. Тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән бинала һауа ионизаторы ҡуйылған, социаль арауыҡты күҙәтеү өсөн һыҙыҡтар һыҙылған,комиссия ағзалары үтә күренмәле пластик экрандар артында ултырасаҡ. Ә һайлаусыларға паспорттарын участка комиссияһы вәкилдәренең ҡулынан бирмәй генә, дистанцион күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

«Участка һайлау комиссияларының интерактив эш блокноты» тигән исем аҫтындағы программа индереү һайлау кампанияһының яңылығы булып тора. Был мәғлүмәт алыуҙың уңайлы ысулы ярҙамында участка комиссияһы ағзалары һайлауҙар ваҡытында төп бурыстар һәм мәсьәләләрҙе тиҙ арала асыҡлай, шулай уҡ документтар, памяткалар, күргәҙмә плакаттары менән таныша һәм һайлаусыларҙы улар менән үҙ ваҡытында таныштыра ала.

Бында төрлө сәйәси партияларҙан бер нисә йәмәғәт күҙәтеүсеһе һайлау барышын күҙәтеп торасаҡ, полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ тауыш биреүҙең барышын теркәүсе видеокүҙәтеү системаһы хәүефһеҙлекте һаҡлаясаҡ.

Был һайлау участкаһында 1267һайлаусы теркәлгән. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына VIII саҡырылыш депутаттарын һайлау өсөн уларҙы бында 17 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем  8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә көтәләр.

Район Дәүләт Думаһы депутаттарын һайларға әҙерләнә
Район Дәүләт Думаһы депутаттарын һайларға әҙерләнә
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: