+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Сентябрь 2021, 13:15

Башҡортостанда блокадалы Ленинградта йәшәүсе тауыш биргән

Дәүләкән районында һайлауҙарҙа бала сағында блокадалы Ленинградтан эвакуацияланған Владимир Антонович Федоров Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн үҙ тауышын биргән.

Ул апаһы һәм әсәһе менән бергә 1942 йылда Дәүләкән районына күсеп килгән һәм Черниговка ауылында төпләнгән. Федоровтар район, республика һәм ил кимәлендәге эштәрҙең бөтәһе дә үҙҙәренең ғаиләһе өсөн мөһим тип иҫәпләй.

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Владимир Антонович һайлау участкаһына ҡатыны Зоя Юзиковна менән килгән. Ғаиләнең һайлауҙарҙа ҡатнашмай ҡалғаны юҡ, тауыш бирерҙән алда бөтәһен төптән уйлап, ҡарарҙарын аңлы рәүештә ҡабул итәләр. Улар йәшәгән Поляковка ауыл Советында Федоровтарҙың һайлауҙарға мотлаҡ килеүҙәренә күнегеп бөткәндәр.

Владимир Антонович илебеҙ көслө, оборонаға һәләтле, тормош тыныс булһын һәм бер кем  бер ҡасан ҡурҡыныс һуғышты күрмәһен өсөн үҙ тауышын бирә. Башҡортостан төпкөлөндә йәшәүсе Владимир Антонович тыуған Ленинград ҡалаһын азат иткәндә һәләк булған атаһы хөрмәтләп иҫкә ала һәм  көслө Рәсәйҙең , районыбыҙҙың яҡты киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлай. Ул Ладога күлендәге «йәшәү юлы» буйлап йөрөүҙәрҙе лә, фашист самолеттарының автоколонналарҙы бомбаға тотоуын да, 42-се йылдың тетрәндергес ҡышындағы балаларға хас булған ҡурҡыуһәм  көсһөҙлөктө лә онотмаған. Шуға бөгөн ул тауыш бирергә килгән.

Башҡортостанда блокадалы Ленинградта йәшәүсе тауыш биргән
Башҡортостанда блокадалы Ленинградта йәшәүсе тауыш биргән
Автор:Татьяна Сагадиева
Читайте нас: