+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Сентябрь 2021, 13:20

Башҡортостандың спорт яратыусы ауылы тауыш бирә

Көрмәнкәй ауыл Советы халҡы һайлау участкаларына тәүгеләрҙән булып килде

Башҡортостандың спорт яратыусы ауылы тауыш бирә
Башҡортостандың спорт яратыусы ауылы тауыш бирә

Дәүләкән районының ауыл биләмәләре территорияларында 28 һайлау участкаһы эшләй. Улар асылғандан алып, йәғни иртәнге 8.00 сәғәттән, бында һайлаусылар күпләп килә башлаған. Улар сәйәси партиялар һәм кандидаттар өсөн үҙ тауышын бирә.

Көрмәнкәй ауыл Советында йәшәүселәр тауыш биреүҙең тәүге көнөндә үк һайлау кампанияһына әүҙем ҡушылыусылар иҫәбенә инде. Иҫке Көрмәнкәй ауылы 2019 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сығыуы һәм Башҡортостандың иң спорт яратыусы тораҡ пункты булараҡ республикала танылыу яулаған. Һайлау участкалары асылыу менән бында тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә теләгән ауыл халҡы йыйылды. Улар араһында Гөлдәр Ғәлиәхмәтова ла бар. «Тауыш биреү бик мөһим, шуға һәр кем был бурысты үтәргә тейеш тип иҫәпләйем. Беҙгә кандидаттар һәм партияларҙы һайлау  хоҡуғы бирелгән икән, ниңә был мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа? Тап шул сәбәпле мин бөгөн иртәнән үк  һайлау участкаһына килдем», - ти ул.

Әлбиттә, бында ла, башҡа участкаларҙағы кеүек,  күҙәтеүселәр эшләй. Һайлауҙар бөтә хәүефһеҙлек сараларын да күҙәтеп үткәрелә: һайлаусыларҙың тән температураһы үлсәнә, ҡулдары антисептиктар менән зарарһыҙландырыла, барыһы ла битлектәр кейгән.

Башҡортостандың спорт яратыусы ауылы тауыш бирә
Башҡортостандың спорт яратыусы ауылы тауыш бирә
Читайте нас: