Дәүләкән районының Сергиополь ауылындағы 1747-се һайлау участкаһы ауыл биләмәһе хакимиәте, асыҡлап әйткәндә, ауыл клубы бинаһында урынлашҡан. Бында ла, райондағы һәм ҡалалағы башҡа һайлау участкаларындағы кеүек үк, эпидемияға ҡаршы бөтә һаҡлыҡ саралары күрелгән: ингән урында һайлаусыларға бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған битлектәр һәм бирсәткәләр бирелә, шәхси ручкалар менән тәьмин итәләр, термометрия уҙғаралар, ҡулдар зарарһыҙландырыусы матдәләр менән эшкәртелә. Бынан тыш, һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреүселәрҙең иҫәбен алып барған өҫтәлдәр үтә күренмәле экрандар менән бүленгән, граждандар паспорттарын үҙҙәре асып күрһәтә. Ойоштороусылар коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтәһен дә эшләгән тиергә була.
Ауылда йәшәүсе Надежда Шәйхетдинова, Нэля Мөхәмәтшина, Венера Ҡадирова ла үҙҙәре һайлаған кандидаттар һәм сәйәси партиялар өсөн тауыш бирергә һайлау участкаһына килгән. Берҙәм рәүештә тауыш биргәндән һуң, бер урамда йәшәүҙәре тураһында һөйләп үттеләр. Холоҡтары төрлө икәнлегенә ҡарамҫтан, был ханымдарға яҡшы мөнәсәбәттә булырға һис тә ҡамасауламай. Үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү маҡсатында һайлауҙарҙа даими ҡатнашалар.
- Киләсәктә ауылда тормош тағы ла яҡшыра барыр, һуғыштар һәм тетрәнеүҙәр булмаҫ, йәштәр тыуған ауылдарында күңелдәренә яҡын шөғөл табыр тигән өмөт менән тауыш бирәбеҙ, - ти улар.
Ауыл йәштәре лә үҙ фекерҙәрен белдереү мөмкинлегенән ситтә ҡалмай. Быйылғы йылдың ғинуарында ун һигеҙ йәше тулған Данил Усманов һайлауҙарға беренсе тапҡыр килгән. Был егеттең дә хәҙер тауыш биреү, аңлылыҡ күрһәтеү һәм илебеҙҙең сәйәси төҙөлөшөндә ҡатнашыу хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеге бар.
Галина Бурдилева.