Бөтә республикалағы кеүек үк, Дәүләкәндә лә, Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды. Һайлау участкалары иртәнге 8.00 сәғәттән асылды һәм 20.00 сәғәткә тиклем бында тауыш бирергә мөмкин буласаҡ. Бөгөн йәкшәмбе, ял көнө, булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәре һайлаған кандидаттар өсөн тауыш биреү маҡсатында иртәнән үк һайлау участкаларына яҡын-тирә урамдарҙа йәшәүселәр килә башланы ла инде.
Ирина Аллағолова күп йылдар Дәүләкәндә фармацевт булып эшләй. «Минең өсөн, - ти ул, - һайлауҙарҙа ҡатнашыу – ул мотлаҡ рәүештә үтәргә тейешле бурыс. Әлегә тиклем бер һайлауға ла бармай ҡалғаным булманы. Ата-әсәйебеҙ беҙҙе тәү сиратта үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы үтәргә, аныҡ гражданлыҡ позициябыҙҙы сағылдырырға тейешбеҙ, тип өйрәтте. Етмәһә, комиссия ағзалары беҙҙең килгәнде көн буйына көтөп ултыра бит. Шулай булғас, ниңә уларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға. Һайлауҙарҙың тап рәсми көнөндә тауыш биреү минең өсөн йолаға әйләнгән. Етмәһә, 1716-сы һайлау участкаһы беҙҙән алыҫ түгел, ҡала хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Шуға үҙебеҙ өсөн уңайлы теләһә ҡайһы ваҡытта килергә һәм тауыш бирергә мөмкин. Концерт менән ҡаршы алыуҙары бик оҡшаны, кәйеф күтәрелеп китте. Элегерәк тә, һайлауҙар ваҡытында артистар сығыш яһай, беҙ уларҙы ҙур теләк менән тыңлай торғайныҡ. Һәм әле лә, һайлауҙарға барғанда таныштарымды күргәс, мин уларға «байрам менән» тим. Улар ҙа яуап итеп, мине ҡотлай. Был көн буйына етерлек ыңғай тәьҫораттар бүләк итә».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлауҙарҙа эпидемилогик хәүефһеҙлектең барлыҡ талаптары ла күҙәтелә: ингән ерҙә термометрия уҙғарыла, битлектәр режимы үтәлә, участка комиссияһы ағзалары ултырған өҫтәлдәрҙә үтә күренмәле экрандар урынлаштырылған, тауыш биреүселәргә битлектәр, бирсәткәләр, шулай уҡ бюллетендәрҙе тултырыу өсөн шәхси ручкалар бирелә.
Галина Бурдилева.