Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау аҙағына яҡынлашты. Бөтә һайлау участкаларында улар өс көн дауамында барҙы. Ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә илебеҙ яҙмышын хәл иткән был оло эштән ситтә ҡалманы.
Ҡыҙрас ауылы биләмәһендә йәшәүселәр һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашты. Иртәнән үк, участкалар асылыу менән, улар үҙ тауыштарын биреү өсөн килә башланы. Башҡа участкаларҙағы кеүек үк бында ла бар хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде. Кешеләрҙең тән температураһы үлсәнде, битлектәр һәм бирсәткәләр, шәхси ручкалар бирелде, ҡулдарҙы зарарһыҙландырыу уҙғарылды.
19 сентябрҙә үҙенең 91 йәшен билдәләгән Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почетлы гражданины, Ҡыҙрас ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Ғәйшә Мостафа ҡыҙы Әкимбәтова Дәүләт Думаһына депутаттар өсөн үҙ тауышын йортонда ғына бирҙе. Комиссия ағзалары күсмә һайлау ойошторҙо. Ғәйшә Мостафа ҡыҙы әйтеүенсә, ул илебеҙҙәге ҙур сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡала алмаған. Бар ғүмерен илебеҙ, республикабыҙ именлегенә арнаған хеҙмәт ветераны бар һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан, ә 1970 йылда ул үҙе лә СССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайланған.