-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Октябрь 2021, 15:00

Путин ревакцинация үтерме?

Кремлдә был хаҡта мәғлүмәт бирҙеләр.  

Путин ревакцинация үтерме?
Путин ревакцинация үтерме?

Путин ревакцинация үтерме?

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков Владимир Путиндың әлегә COVID-19-ҙан ревакцинацияланыу процедураһын уҙмауын әйтте, тип хәбәр итә «Яңылыҡтар» мәғлүмәт агентлығы.
Кремлдең рәсми вәкиле Путинда антиесемдәрҙең юғары титрҙары һаҡланыуын, ә артабан ул табиптар кәңәштәренә ҡарап эш итәсәген аңлатып үтте.
Журналистар Песковтан Президенттың ревакциацинация үтеүе тураһында  һораны, сөнки 14 октябрҙә ул прививка яһатҡандан һуң ярты йыл буласаҡ.
Владимир Путин ағымдағы йылдың 30 июнендә, «тура бәйләнеш» барышында, «Спутник V» вакцинаһы менән прививка яһатыуын әйтте. Вакциналаныуҙан һуң антиесемдәрҙең юғары дәрәжәһе тураһында 30 августа һөйләне.

Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости

 

Автор:Ләйсән Яҡупова.

Автор:"Ҡыҙыл таң" гәзите
Читайте нас: