Илебеҙ Хөкүмәте менән социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ — 8,6 процентҡа индексациялау тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушҡан. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары яҙып сыҡты.
Дәүләт Башлығы 2019 йылдан ил властарының был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүен белдергән. Ошо позицияны Президент август айында уҙған «Берҙәм Рәсәй» съезында раҫлағайны. «Әлеге мәлдә инфляцияның ярайһы уҡ артыуын иҫәпкә алып, был принциптан баш тартыу дөрөҫ булмаҫ ине», — тигән ул.
Уның әйтеүенсә, әле Хөкүмәттә, Президент хакимиәтендә, Дәүләт Думаһында пенсияны арттырыуҙың аныҡ параметрҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә.
Фото:ТАСС