Владимир Путин Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәттәренең нисек ғәмәлгә ашырылыуын тикшерәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә уҙғарасаҡ. Унда Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәттәрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын ҡарау күҙаллана. Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмә дүшәмбе, 21 февралдә, үтәсәк. Был белдереүҙә Владимир Путиндың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ағзалары менән Президенттың 2020-2021 йылдарҙағы Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәттәрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрәсәге тураһында хәбәр ителә.
Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫарҙары Татьяна Голикова, Александр Новак һәм Марат Хөснуллин кәңәшмәлә төп докладсылар булып сығыш яһаясаҡ. Уларҙың ғаиләләргә ярҙам итеү, төбәк инфраструктураһын һәм Рәсәй төбәктәренә газификацияны үҫтереү өлкәләрендә Путин биргән йөкләмәләрҙең нисек үтәлеүе хаҡында һөйләүе күҙаллана. Президенттың 2021 йылдың апрелендәге Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексын https://www.kp.ru/online/news/4636857/ сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тиҙҙән Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү датаһы билдәләнәсәге тураһында алдан хәбәр ителгәйне инде. Был турала Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдерҙе.
Автор: Мария ПАВЛОВА.
kp.ru материалдарынан