-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Сентябрь 2022, 18:50

Рәсәй составына инеү тураһында референдум

Донбасс республикалары һәм Запорожье, Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһына инергә әҙерләнә

Рәсәй составына инеү тураһында референдум
Рәсәй составына инеү тураһында референдум

Тауыш биреү иртәгә башлана һәм шишәмбегә, 27 сентябргә тиклем дауам итә. ЛНР-ҙа бюллетендәрҙе әҙерләп, баҫтырып сығарғандар ҙа инде. «Һеҙ Луганск Халыҡ Республикаһының РФ субъекты хоҡуғында Рәсәй Федерацияһы составына инеүе яҡлымы?» тигән һорауға  яуаптың «эйе» һәм «юҡ» тигән ике варианты бар. Башҡаларҙа ла  ҙур булмаған вариациялар менән оҡшаш һорауҙар бирелгән. Запорожье өлкәһенән хәбәр итеүҙәренсә, референдумға тиклем бер көн алдан уҡ барыһы ла уны үткәреүгә тулыһынса әҙер. Һәм төп бурыс - кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү. Тап шуға күрә лә тауыш биреү кешеләрҙең йорттарында һәм ихаталарында бер нисә көн барасаҡ. Ә инде 27-һе көндө - стационар участкаларҙа.

Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре башлыҡтарынан референдум үткәреүҙе йәмәғәт ойошмалары һораны. Кешеләр был мөмкинлекте күптән көтөүҙәре тураһында белдерә. Улар үҙҙәрен Киев режимы террорыран һаҡларға теләй. Быны статистика ла раҫлай. ИНСОМАР институты мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың күбеһе: Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә - 80 проценты, Донбасс республикаларында - 90 проценты Рәсәй составына инергә теләй. Һәм бына Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенән яңы һорау алыу асылды, унда әлеге ваҡытта Рәсәйҙә булған ЛНР һәм ДНР халҡынан һорау алынды. Респонденттарҙың 84 проценты референдумда ҡатнашыр ине. Һәм уларҙың күпселеге, 95 проценты, Донбасс республикаларының Рәсәй составына инеүен теләй.

"Все новости" сайты материалдарынан. 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: