+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2018, 17:24

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа Еңеү көнө...

Рәсәйҙә ауыл ерҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәргә меңләгән обелиск ҡуйылған. Бында, бәләкәй ауылда, үҙҙәренең батырҙары тураһында яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Йыл һайын май көндәрендә ошо ауылдарҙағы мемориалдар Еңеү көнөнә арналған тантаналы сараларҙы үткәреү үҙәгенә әйләнә.

Обелиск янында
Обелиск янында
Беҙҙең районда бөтә ауыл биләмәләрендә лә байрам саралары үтте. Уларға әҙерлек алдан барҙы. Һәр ерҙә территориялар төҙөкләндерелде, иҫтәлекле урындар тәртипкә килтерелде, өлкән класс уҡыусылары ветерандарға шефлыҡ ярҙамы күрһәтте.
Һигеҙенсе һәм туғыҙынсы майҙа бөтә ерҙә һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Еңеү көнөнә әҙерлек һәм байрам итеү үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, шуға был байрамға мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре йәлеп ителә.
Суйынсы ауыл Советы ауыл биләмәһендә китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп коллективы көсө менән “Үткән йылдар ауазы” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе, “Улар Бөйөк Еңеүҙе килтерҙе” тигән әҙәби-музыкаль кисә әҙерләнде. Ветерандар ауыр һуғыш йылдары, яу яландарында ятып ҡалған туғандарыңды һәм яҡындарыңды юғалтыу нисек аяныслы булыуы хаҡында һөйләне. Киң ҡатлам уҡыусылар өсөн “Йылдар аша һуғыш өндәшә” тип аталған әңгәмә ойошторолдо, ә йәш китап һөйөүселәр өсөн “Бәхеттең ҡәҙерен белегеҙ” тигән тарихи дәрес үткәрелде.
Тантаналы митингыла ййылыусыларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Ә. Сәфәрйәнов, ветерандар ойошмалары рәйестәре И.Е. Ларионов менән Р.Х. Ғабдрахманов, яуаплылығы сикләнгән “Канаш” йәмғиәтенең башҡарма директоры Ф.Т. Хәбибуллин ҡотланы. Суйынсы-Николаевка һәм Суйынсы ауылдары клубтарында Еңеү көнө хөрмәтенә концерт булды. Тыуған илдең азатлығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалыу, “Үлемһеҙ полк” байрам сараларының иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр, моғайын. Әйткәндәй, был иҫтәлекле акция райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте. Дөйөм алғанда, унда 1400-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Рассвет ауыл Советы ауыл биләмәһендә байрам саралары “Георгий таҫмаһы” акцияһынан башланды. Рассвет ауылында йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д.А. Карпов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Л.И. Галышева мөрәжәғәт итте. Һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Ленинск ауылында митингыла Д.А. Крылов, яуаплылылығы сикләнгән “РегионАгро” йәмғиәте директоры урынбаҫары Н.М. Лысенков, ветерандар советы рәйесе В.П. Заяц сығыш яһаны. Ике ауылда ла “Еңеү салюты” тип исемләнгән концерт булды.
Ивановка ауыл Советы ауыл биләмәһендә Еңеү көнөнә ҡараш үҙенсәлекле. Был ерҙәр ике Советтар Союзы Геройының кесе тыуған иле булып тора. Шуға байрам Н.М. Бусаргин менән В.И. Утиндың мемориаль таҡталарына, шулай уҡ В.И. Утиндың бюсына сәскәләр һалыуҙан башланды. “Тыуған ил нимәнән башлана?” тигән видеороликты ҡарағандан һуң йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В.И. Никульшин һәм Ивановка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Г.М. Садиҡова ҡотланы. Район Мәҙәниәт йортоноң Ивановка филиалы мөдире Т.М. Салова тарафынан әҙерләнгән “Был көндәрҙең даны юғалмаҫ” тигән әҙәби-музыкаль композиция барыһына ла оҡшаны.
Сергополь ауыл Советы ауыл биләмәһендә “Ал сәскә” ижади түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Еңеү көнөнә ҡарата балалар һүрәттәре күргәҙмәһе әҙерләгән. “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында байрам концерты үтте. Һигеҙенсе майҙа ауыл клубында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы сара булды. Халыҡты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.З. Абдуллин сәләмләне. Батырҙар тураһында мәңгелек хәтерҙе һәм изгелектең яуызлыҡты еңеүен символлаштырған һауа шарҙары осоролдо.
Шестаев ауыл Советы ауыл биләмәһенең Ивангород мәктәбендә “Ерҙә йәшәү хаҡына”, “Ул йылдарға баш эйәйек”, “Йәшлектәре һуғышта үткән” тип аталған батырлыҡ дәрестәре, шулай уҡ “Ҡотҡарылған донъя хәтерләй” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Уҡыусылар “Исемдәре мәңге хәтерҙә” тигән исем аҫтында шиғыр һөйләүселәр конкурсында, Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика кросында ҡатнашты. Тыуған ил өсөн яуҙарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә стела эргәһендәге митинг байрам сараларының дауамы булып торҙо. Ошо көнгә ҡарата әҙерләнгән музыкаль композиция берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырманы. Халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы, Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән яуланыуы тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.П. Ларкин һөйләне. “Бөйөк еңеүгә дан!” тип аталған концерт программаһы сараның йомғаҡлау өлөшө булды.
“Һалдат әсәһе” – Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһендә ҡуйылған мемориаль комплекс шулай атала. Еңеү көнөндә тантаналы митинг тап ошонда үтте. Йыйылыусылар алдында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин һәм ветерандар советы рәйесе В.З. Шәмсетдинов сығыш яһаны. Байрам концертында уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Соколовка ауыл Советы ауыл биләмәһендә үткән тантаналы митингыға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылдары балалары саҡырылды. Улар хөрмәтенә йырҙар, бейеүҙәр башҡарылды. Һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.К. Шәрәфетдинов барыһын да байрам менән ҡотланы, тыныс күк йөҙө, емешле хеҙмәт теләне. Һуғыш ветераны Әхмәт Хәбибулла улы Төхвәтуллинға Дәүләкән район муниципаль район Советы президиумынан һәм Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хәрби комиссариатының республика бүлегенән ҡотлау открыткаһы, ауыл биләмәһе старостаһы Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы Нәғимйәноваға Дәүләкән район муниципаль район Советы президиумынан открытка тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына ҙур концерт тәҡдим ителде.
Пояковка ауыл Советы ауыл биләмәһе китапханаһында “Еңеү батырҙары тураһында шиғырҙар” тип исемләнгән әҙәби сара үткәрелде. Шулай уҡ хәрби тематикаға арналған китап күргәҙмәһе, ижади эштәр конкурсы ойошторолдо. Хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән Вперед урта дөйөм белем биреү мәктәбендә тематик класс сәғәттәре үтте, стена гәзиттәре сығарылды.
Ватаныбыҙҙың героик үткәненә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, иҫтәлекте һаҡлау маҡсатында Раев ауыл Советы ауыл биләмәһе китапханаһында йыл һайын үткәрелә торған ғәҙәттәге акция иғлан ителде. Ул “Һуғыш тураһында китап уҡы” тип атала. Унда ҡатнашыусылар яратҡан әҙәби геройҙары менән яҙынан осрашыуҙан тыш, хәрби проза һәм поэзиялағы яңылыҡтарҙы белде. Быға “Дәһшәтле һуғыш ялҡынында” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе булышлыҡ итте.
Мәктәп уҡыусылары “Һуғыш балалар күҙлегенән” тип аталған һүрәттәр конкурсында ҡатнашты. Тантаналы сарала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Х. Шәйхетдинов сығыш яһаны. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар, мәктәп уҡыусылары, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре көсө менән ҙур концерт күрһәтелде.
Еңеү көнө алдынан Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһенең Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда “Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!” тигән тантаналы сара үтте. Йыйылыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Л.Р. Шафиҡов менән Н.И. Мөхәрәмов, ветерандар советы рәйесе З.С. Мәүлийәров, яуаплылығы сикләнгән “Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Й.Ә. Арыҫланов тәбрикләне. Сарала ҡатнашыусылар “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе материалдары менән танышты. Көрмәнкәй ауыл клубында “Әгәр беҙ хәтерләйбеҙ икән, улар тере” тигән тантаналы сара үтте.
Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһендә һуғыш батырҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә тантаналы митингыны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов асты. Ауылдаштарын шулай уҡ Дәүләкән районының Почетлы гражданы Ғ.М. Әкимбәтова, ветерандар ойошмаһы рәйесе Ҡ.С. Ҡасимов, Ҡыҙрас ауылы мәсете имам-хатибы Ә.М. Хәбиәхмәтов ҡотланы. Шулай уҡ китап күргәҙмәһе, байрам сараһы ойошторолдо.
Туғыҙынсы майҙа Имай-Ҡарамалы ауыл Советы ауыл биләмәһенең Имай-Ҡарамалы мәҙәниәт йорто территорияһында ағас үҫентеләре ултыртылды – Хәтер аллеяһына нигеҙ һалынды. Ташлы-Шәрип, Иҫке Мерәҫ, Батрак ауылдарында ветерандар ҡатнашлығында байрам саралары үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы ветерандар советы рәйесе Ф. Нагаев, тыл хеҙмәтсәне Ф. Фатихов һәм башҡалар ҡотланы.
Алға ауыл Советы ауыл биләмәһенең Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүселәр обелиск эргәһендәге митингыға үҙҙәренең һуғышта һәләк булған яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп килде. Тантаналы өлөштән һуң концерт булды. Биләмәнең башҡа ауылдарында ла байрамға ҡарата саралар үткәрелде.
Бик-Ҡарамалы ауыл Советының Искәндәр, Бик-Ҡарамалы, Хотимля ауылдарында Еңеү көнө хөрмәтенә саралар ойошҡан рәүештә үтте. Ауыл халҡына тәбрикләү һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ө.Р. Лоҡманов, ветерандар Р.Н. Лоҡманов, Ф.Ғ. Хәмитов, КФХ башлығы М.О. Биджоян мөрәжәғәт итте. Саҡырылыусылар һуғыш йылдарындағы тормош тураһында һөйләне. Өлкән быуынға рәхмәт йөҙөнән һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны. Сараларҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.
Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған саралар Яңы Йәнбәк, Ҡаҙырғол, Хөсәйен һәм Филипповка ауылдарында үтте. Тантаналы сарала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.М. Ғәлин, һуғышта ҡатнашыусы Е.К. Григорьев, яугир-интернационалист А.Р. Шакиров, мәктәп директоры Э.Р. Туҡаева сығыш яһаны, байрам концерты күрһәтелде.
Мәкәш ауыл Советы ауыл биләмәһендә Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск асыу тантанаһы булды, унда ауыл халҡы, ҡунаҡтар ҡатнашты. (Был сара тураһында мәҡәлә “Балҡантау” гәзитенең 18 майында сыҡҡан 39-сы һанында донъя күрҙе).
Үткән байрам сараларына йомғаҡ яһап, шуны әйтеп үтәһе килә, уларҙы ойоштороуҙа төрлө милек формаһындағы ауыл хужалығы коллективтары бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Тап уларҙың ярҙамы менән ветерандар өсөн байрам табыны әҙерләнде, аҙыҡ-түлек төргәктәре тапшырылды.
Читайте нас: