+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2018, 11:03

«Римал» – иң яҡшылар исемлегендә

Дәүләкәнде аяҡ кейеме тегеүселәр һәм онсолар ҡалаһы тип әйтергә лә була. Был ике тармаҡ йүнәлешендә күп кенә предприятиелар эшләй, уларҙа сифатлы, райондан, хатта республиканан да ситтә билдәле булған продукция етештерелә. Тормош бер урында тормай, иҡтисади һәм сәйәси шарттар үҙгәрә, әммә икмәккә һәм уңайлы, матур аяҡ кейемдәренә ихтыяж һаҡлана.

Модельерҙар (һулдан уңға): Наталья Привалова, Юлия Латышева, Елена Петрова.
Модельерҙар (һулдан уңға): Наталья Привалова, Юлия Латышева, Елена Петрова.
Дәүләкәнде аяҡ кейеме тегеүселәр һәм онсолар ҡалаһы тип әйтергә лә була. Был ике тармаҡ йүнәлешендә күп кенә предприятиелар эшләй, уларҙа сифатлы, райондан, хатта республиканан да ситтә билдәле булған продукция етештерелә. Тормош бер урында тормай, иҡтисади һәм сәйәси шарттар үҙгәрә, әммә икмәккә һәм уңайлы, матур аяҡ кейемдәренә ихтыяж һаҡлана.
Дәүләкәндә балалар аяҡ кейемен тегеү тарихы үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдарына барып тоташа. Табанына беҙҙең ҡаланың исеме яҙылған сандалиҙар халыҡ араһында киң танылыу ала һәм сит илгә лә сығарыла. Бөгөн дә эшләп килгән аяҡ кейеме предприятиелары элекке данын юғалтмай, тик тәбиғи материалдарҙы ғына файҙалана, продукцияның сифатына һәм тышҡы күренешенә ҙур иғтибар бирә. «Римал» аяҡ кейемдәре компанияһы ҡалала 1999 йылда барлыҡҡа килде. Ул ғаилә бизнесы һәм был эшкә ирле-ҡатынлы Римма Ситдиҡова менән Александр Петров нигеҙ һалған. Быға тиклем улар дәүләт аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләгән һәм эште ниҙән башларға икәнен яҡшы белгән. Улар үҙ алдарына ҡулай хаҡтар менән сифатлы, уңайлы һәм матур изделиелар етештереп, төбәктә иң яҡшы балалар аяҡ кейемдәре сығарыусылар булып танылыу, халыҡ-ара кимәлгә сығыу тигән маҡсат ҡуя.
Иң тәүҙә ул ваҡытта ҙур һорау менән файҙаланған сандалиҙар тегә башлайҙар. Башта бәләкәйерәк бер бинаны арендаға алалар, унда биш белгес эшләй. Әммә етештереү күлєме йылдам үҫә. Хәҙер иһә «Римал» компанияһы 6400 квадрат метр майҙанды биләй, унда 250-нән ашыу эш урыны, ҡеүәтле етештереү һәм техник база, төрлө миҙгел өсөн тәғәйенләнгән аяҡ кейемдәренең ҙур ассортименты булдырылған, уларҙың меңдән ашыу даими клиенттары бар.
Бөгөн фабрикала сандалиҙарҙан тыш, уңайлы туфлиҙар, көҙгө ботинкалар, йылы итектәр, быймалар, тәпешкәләр, пинеткалар, ғөмүмән, аяҡ кйеменең ундан ашыу төрө, меңгә яҡын моделдәр сығарыла.
Йыл дауамында ассортимент бер нисә тапҡыр яңыртыла, продукцияның яңы төрҙәре эшләнә һәм етештереүгә индерелә. Модельерҙар балалар аяҡ кейеме баҙарындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп бара. Заманса ҡорамалдар ижади табыштарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Мәҫәлән, күнгә һүрәт баҫыу өсөн тәғәйенләнгән махсус аппараттар ярҙамында аяҡ кейемдәренә сағыу биҙәктәр төшөрөлә. Спорт аяҡ кейемдәрен тегеү өсөн дә махсус ҡорамалдар бар. Был яйланмалар изделиеларҙың юғары сифатлы булыуын тәьмин итә, материалдарҙы һаҡсыл файҙаланыу мөмкинлеге бирә.
Һәр яңы модель өҫтөндә айырым бүлек эшләй. Коллектив йәш. Наталья Привалова, Елена Петрова, Юлия Латышевалар үҙ эштәрен бәләкәй ҡулланыусыларҙың теләктәрен күҙ уңында тотоп башҡара.
«Римал» компанияһы кадрҙарҙы үҙе әҙерләй, белгестәрҙе эш барышында өйрәтә һәм һәр кемгә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Хеҙмєткәрҙәрҙең инициатива күрһәтеүе һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы, һөнәр нескәлектәрен үҙләштерергә теләүе, ныҡышмалылығы һәм түҙемлеге хуплана, карьера үҫешенә өлгәшеү мөмкинлеге лә бар.
- Эште белгән кадрҙар килһә, яҡшыраҡ булыр ине, - ти фабрика директоры Олег Сердюков. – Хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеү ҙә ваҡытты ала. Әммә беҙ уларға ҡаршы барабыҙ, фекерҙәштәр командаһын тупларға тырышабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләр. Уңыш, абруйыбыҙ, конкуренцияға һәләтлелегебеҙ тәү сиратта, уларҙың эшкә мөнәсәбәтенә, фиҙакәрлегенә һәм ҡыҙыҡһынғанлығына бәйле. Коллективыбыҙ татыу, бында күп йылдар эшләүселәр ҙә бар, был ваҡыт эсендә улар үҙ һөнәрҙәренең ысын оҫталарына әйләнгән. Производство етәксеһе Светлана Крылованы, әҙер продукция склады начальнигы Ольга Кононенконы, тәьминәт буйынса менеджер Эльмира Шәрәфетдинованы, участка мастерҙары Наталья Лаврентьева менән Елена Буйловаларҙы билдәләп китер инем.
Компания үҙ продукцияһын төрлө махсуслашҡан күргәҙмәләргә сығара, ул тауарҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә башҡа компанияларҙың ҡаҙаныштарын да ҡарай. Бынан тыш, фабрика белгестәре яңы заказсылар менән таныша, тауар поставкалау географияһын киңәйтә, заманса сәнәғәт ҡорамалдарын, шул иҫәптән сит илдә етештерелгәндәрен дә күрә. Күптән түгел илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән «Мосшуз-2018» күргәҙмәһендә компания һуңғы коллекцияһын тәҡдим итте, улар араһында «Римал-элегант» коллекцияһы килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Зауыҡ менән тегелгән сандалиҙар, сағыу байрам кәйефе өҫтәп, һәр кемде таң ҡалдырҙы. «Римал» сауҙа маркаһы «Рәсәйҙең 500 иң яҡшы тауары» исемлегенә инә, был иһә уның, тәү сиратта, юғары сифатҡа ынтылыуы, заман менән бергә атлауы хаҡында һөйләй.
Һүҙ аҙағында «Римал» компанияһынан бер нисә кәңәш әйтке килә: балалар аяҡ кейемен һайлағанда табанының һығылмалылығына айырыуса иғтибар итегеҙ, шулай уҡ ул тығыҙ булмаҫҡа тейеш. Супинатор иһә балалар аяҡ кейеменең барыһына ла ҡуйыла, ул яҫы табанлылыҡты иҫкәртеү һәм табандың дөрөҫ формалашыуы өсөн бик мөһим. Балалар сәләмәт булып үҫһен һәм үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы, уңайлы, матур аяҡ кейемдәре кейһен.
Читайте нас: