Дәүләкән ҡалаһы һәм районы ветерандары иртәнсәк «тимер аттарға» ултырып Ивановка ауылына юл тотто. Улар Ивановка ауылы мәктәбе алдында урынлашҡан һәйкәлгә венок һалдылар, бер минутҡа тын ҡалып Советтар Союзы Геройҙары Н.М. Бусаргин һәм В.И. Утинды иҫкә алдылар. Мәктәп уҡыусылары байрамға сағыу сығыштар әҙерләгән. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле уҡыусыларҙың һауаға шарҙар осороуы һәм салют булды. Ивановка ауылы ил һаҡсыларына һәм Ивановка ауылы билємєће хакимиәте башлығы В.И. Никульшинға, мәктәп директоры В.М. Мәүлийәровҡа һәм башҡаларға юбилей миҙалдары, сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Л.И. Юткинаға һәм Т.М. Саловаға Почет грамоталары тапшырылды.
Төшкә табан утыҙға яҡын машина Дәүләкән ҡалаһына үҙәк майҙанға йыйылды. Сараны район Мәҙәниәт йортоноң тынлы оркестры башлап ебәрҙе.
Марш тауыштары аҫтында Хәрби Дан скверына юл тоттолар, сараның төп өлөшө ошонда үтте. Митингыны Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов асты. Артабан һүҙ Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хәрби комиссары урынбаҫары Н.А. Вороновҡа бирелде. Сараға килгән ҡунаҡтарҙы “Хәрби туғанлыҡ” һәм “Афғанстан ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Ю.Б. Балаба, В.Я. Петров ҡотланы. Сығыш яһаусылар билдәләп үтеүенсє, 1918 йылдың 28 майында халыҡ комиссарҙары Советы Декреты ҡабул ителә, һәм РСФСР дәүләт сиктәре һағы булдырыла. Шунан бирле был көн Ил сиге һаҡсылары көнө тип билдәләнә башлай. Был ысын ир-егеттәрҙең үҙҙәренең батырлығын күрһәтеп, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алып, Ватаныбыҙҙы һаҡлауын ањлата. Сарала офицерҙарға, сержанттарға, лейтенанттарға батырлыҡтары өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Башҡортостандың башҡа сиктәр менән дөйөм сиктәре юҡ, әммә бөйөк илдең һағында тороуҙың тәрән йолаһы бар. Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан алып Урал, Ырымбур дистанцияларында (Каспий диңгеҙенә тиклем) йыл әйләнәһенә 1239 саҡрымда сик буйын һаҡлай, үткән йылдар эсендә, Башҡортостан һәм Дәүләкән районы егеттәре ил сиге һаҡсылары сифатында хеҙмәт итә, уларҙың күбеһе дәүләт сиген һаҡлауҙы үҙҙәренең төп бурысы тип ћанай. Рәсәй Федерацияһының ил сиге хеҙмәте тарихында батырлыҡ миҫалдары күп. Рәсәй Федерацияһы дәүләте сиктәрендә бөгөн данлы геройҙарҙың исемен йөрөткән сик буйы заставалары аҙ түгел. Бөгөн беҙ Советтар Союзы Геройы сєйєси етәксеһе урынбаҫары Василий Ильич Утинды иҫкә алабыҙ. В. И. Утин беренселәрҙән булып тыуған илде һаҡлап, Советтар Союзының көнбайыш сигендә 1941 йылда дошманға ҡаршы ҡаһармандарса алыша һәм һәләк була. Калининград өлкәһендәге заставаларҙың береһе уның исемен йөрөтә. Батырлыҡ ордены кавалерҙары, пограничниктар Марсель Илгиз улы Рахманҡолов һәм Шишмә районынан Ильяс Рәйес улы Әсәҙуллин ил сиген һаҡлауға үҙ ғүмерҙәрен биргәндәр.
Сығыш яһаусылар барлыљ пограничниктарға, уларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына ҡоростай һаулыљ, аяҙ күк йөҙө, иртәгәге көнгә ышаныс һәм татыулыҡ теләне. Митинг барышында Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссарының сик буйы хеҙмәте ветерандарының әүҙемлеге менән айырылған вәкилдәрен «Сик буйы ғәскәрҙәре булдырылыуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалдары менән наградлау тураһындағы бойороғо уҡып ишеттерелде. «Башҡортостандың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары» республика ойошмаһының район бүлеге активистары Ю.Б. Балабаға һәм В.Я. Петровҡа йәмәғәт наградалары һәм почет грамоталары тапшырылды.
Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ өлөшө вәкиле Р. Ғатауллин һәм Дәүләкән ҡалаһының сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары советы рәйесе М. Ғәитов барыһын да байрам менән ҡотланы.
Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды, мемориалға веноктар һалды.
Тантана үҙәк майҙанда Ивановка ауылының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылары, район Мәҙәниәт йорто солистары ҡатнашлығында ойошторолған концерт менән тамамланды.