7 июндә «тура бәйләнеш» барышында бер водитель Рәсәй Президенты Владимир Путинға яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы тураһында видеоһорау ебәргән. Уның һүҙҙәренсә, соляркаға хаҡ 45 һумға тиклем күтәрелгән — был хәлгә түҙерлек түгел.
Рәсәй хөкүмәте ошо проблеманы хәл итеү өсөн саралар күрҙе һәм хаҡтарҙың артыуына юл ҡуйырға ярамай, тип яуапланы дәүләт башлығы.
«Был — энергия ресурстары өлкәһендә дөрөҫ булмаған көйләү һөҙөмтәһе ул, — тине Владимир Путин. — Бензин һәм дизель яғыулығы буйынса акцизға хаҡ кәметелде, акциздарҙы арттырмаҫҡа хәл ителде, көҙгә баҙарҙағы хәлде яйға һалыу йәһәтенән саралар күреү күҙаллана».
Рәсәй президенты ил хөкүмәтен һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтте ошо мәсьәләне күҙәтеп барырға саҡырҙы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, майҙа Башҡортостанда бензиндың хаҡы алты тапҡырға артты.