+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2018, 12:55

“Рәхмәт һеҙгә, дуҫтарым!”

Район Мәҙәниәт йортонда яҙыусы, Мәскәү филармонияһы артисы, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Роман Тимур улы Исхаҡов менән осрашыу үтте

Бард һәм шағир, Мәскәү филармонияһы артисы Р.Т. Исхаҡов.
Бард һәм шағир, Мәскәү филармонияһы артисы Р.Т. Исхаҡов.
Район Мәҙәниәт йортонда яҙыусы, Мәскәү филармонияһы артисы, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Роман Тимур улы Исхаҡов менән осрашыу үтте
Р.Т. Исхаҡов өсөн 2014 йыл бик уңышлы була. Был йылда ул тормош иптәше Наталья Бибаева менән бергә “Рәхмәт һеҙгә, дуҫтарым!”
исемле китабын һәм “Настальгия” , “Осраҡлы мөхәббәт” тигән ике диск сығара.
Уның йырға әйләнгән “Московское весенее” шиғыры яҙыусының визит карточкаһы булып йөрөй. Бөйөк Еңеү көнөнән күп тә үтмәй уҙғарылған осрашыуҙа Бөйөк Еңеүгә арналған бик күп шиғырҙары яңғыраны. “Ветерандар”, “Полк улы”, “Маршал Жуков”, “Ҡатын-ҡыҙҙарға”, “Осраҡлы мөхәббәт”, “Ләйсән ямғыр бейеүе” әҫәрҙәрендә яҙыусының яратҡан темалары - мөхәббәт һәм тәбиғәт һүрәтләнгән.
Роман Тимур улының бабаһы Әхиәр Хәкимов тураһында иҫтәлектәрен дәүләкәндәр иғтибар менән тыңланы. Ул Әхиәр Хәкимовтың ижадында һәм тормошонда ниндәй ярҙам күрһәткәнен һөйләп үтте, уға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Оҙаҡ йылдар Дәүләкәндә ғүмер итеп, ошонда ерләнгән өләсәһен һәм атаһын иҫкә алды.
Яҙыусының Семен Фарада, Спартак Мишулин, Вадим Танков, Владимир Конкин кеүек билдәле шәхестәр менән аралашыуы тураһында һөйләүе ҡыҙыҡлы булды. Ҡунаҡ халыҡ менән йылы әңгәмәләште, үҙенең тормошонан көлкөлө хәлдәрҙе һөйләп кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Осрашыу аҙағында Роман Тимур улы автограф яҙылған китаптарын бүләк итте.
Әхиәр Хәкимов музейы директоры М.Р. Мәүлийәрова матур осрашыу минуттары өсөн рәхмәт белдерҙе, яҙыусыға артабан да ижади уңыштар теләне.
Читайте нас: