+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2018, 11:36

Эшләйҙәр ҙә, ял да итәләр

Каникулдар башланыу менән, китап-дәфтәрҙәрҙе ситкә алып ҡуйып, көндәлектәге билдәләрҙе онотоп торорға ла мөмкин. Дәрескә саҡырырға ҡыңғырау ҙа яңғырамай, кластар ҙа бушап ҡалды. Мәктәп территорияларында көндөҙгө балалар ял итеү үҙәктәре эшләй башланы.

3-сө башҡорт гимназия-интернаты, 5-се гимназия, 4-се лицейҙың100-гә яҡын өлкән класс уҡыусыһы июнь айында ҡаланың дөйөм белем биреү учреждениеларында ете көн буйына хеҙмәт берләшмәләрендә эшләйәсәк. 7-се урта мәктәп уҡыусылары өсөн бындай хеҙмәт август айында планлаштырыла.
Ҡыҙыу эштән һуң уҡыусылар мәктәп ашханаһында төшкө йылы аш менән үҙ көстәрен нығыта. Бынан тыш мәктәп уҡыусыларын, Мәшғүллек үҙәге һәм мәғәриф бүлегенең уртаҡ эшмәкәрлеге тураһында килешеүе буйынса, 182 уҡыусы мәктәп территорияһын төҙөкләндереүҙә ҡатнашасаҡ, шуның менән ғаилә бюджетын тулыландырасаҡ.
Ә кесе һәм урта кластар өсөн көндөҙгө ял үҙәгендә төрлө уйындар, эскурсиялар, походтар, спорт уйындары, кино һәм театр, конкурстар башҡа күңел асыу саралары ҡаралған. Унда 1532 бала йәлеп ителгән.
Читайте нас: