“Тәбиғәт дуҫы” балалар һауыҡтырыу лагерында беренсе смена башланды. Синоптиктар йылы көндәр вәғәҙә итмәһә лә, саф һауала, дуҫтар, вожатыйҙар менән бергәләп республикабыҙҙағы иң матур күлдәрҙең береһенең яры буйында ял итеүгә һауа торошо ҡамасау була алмай, әлбиттә.
Шуға ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылып, автобустарға тейәлгән 90-дан ашыу баланың береһе лә көндөң болотло булыуына иғтибар итмәне, бер-береһе менән рәхәтләнеп аралашты, көлөштө.
Беренсе көн лагерь, вожатыйҙар, хеҙмәткәрҙәр, ял итергә килеүселәр менән танышыуҙан башланды. Ә 12 июндә лагерҙы тантаналы асыу булды. Усаҡ янында концерт ҡарау, килгән ҡунаҡтар менән әңгәмәләшеү күңелдәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Билдәләнгән 21 көндөң һәр береһе уйындар, төрлө конкурстар, спорт ярыштары, экскурсиялар менән үтәсәк.
Балалар рәхәтләнеп ял итһен һәм көс туплаһын өсөн район предприятиелары, ойошмалары, белем биреү учреждениелары ҙур тырышлыҡ һалған: корпустарҙы, территорияны төҙөкләндергән, спорт майҙансығын йыһазландырған, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин иткән.